Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
23 Октябрь 2025, 03:09

Рәсәй халҡын оҙайлы ялдар көтә

Әммә... октябрҙең һуңғы эш аҙнаһында ялда ла эшләтәсәктәр.

Рәсәй халҡын оҙайлы ялдар көтәРәсәй халҡын оҙайлы ялдар көтә
Рәсәй халҡын оҙайлы ялдар көтә

3 һәм 4 ноябрҙә (дүшәмбе һәм шишәмбе) ял көндәре, ә 5-7 ноябрҙә (шаршамбынан йомаға тиклем) эш көндәре буласаҡ. 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә, ә өҫтәмә ял көнө 1 ноябрҙән (шәмбе) күсерелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыуы өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.

Шулай итеп, октябрҙең һуңғы эш аҙнаһы алты көнлөк буласаҡ, ә һуңынан өс көнлөк ял һәм өс көнлөк эш аҙнаһы көтөлә.

Оҙайлы ялдарҙы файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн алдан хәстәрлек күрегеҙ.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас