Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
22 Октябрь 2025, 05:03

Ял итергә “Башулей”ға кил

Республикабыҙҙың ғәжәйеп тәбиғәте һәр саҡ һоҡландыра. Сылтырап аҡҡан йылғалары, ҡуйы урмандары, иҫ киткес шарлауыҡтары, тауҙары, мәмерйәләре… Башҡортостанда ҡарарлыҡ урындар күп. Әммә туристарҙы күпләп йәлеп итеү өсөн сифатлы сервис етешмәй ине. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Беҙҙең районыбыҙҙың туристик потенциалы ла бай.

Ял итергә “Башулей”ға килЯл итергә “Башулей”ға кил
Ял итергә “Башулей”ға кил

Иҫтәлекле урындарының береһе — ул Абҙан һәм Асы ауылдары (шуның өсөн ике рәсми атамаһы бар) янында урынлашҡан Абҙан шарлауығы.
Шарлауыҡтың халыҡ телендә дүрт исеме бар: уны Ассы, Абҙан, Көҙгө шарлауығы һәм «Ирҙәр күҙ йәштәре» шарлауығы тип тә атайҙар.
Инйәр йылғаһы буйында йыл әйләнәһенә ял итеүселәр күп. Шарлауыҡ ҡаршыһында ҙур һәм таҙа пляж урынлашҡан.
Бер нисә йыл элек үк пляжға машина менән барып етергә мөмкин ине. Хәҙер пляждан алыҫ түгел автотранспорт өсөн туҡталҡа бар. Артабан йылғаға йәйәү барырға кәрәк. Был Инйәрҙә ял итеүҙе яҡшырта, пляж таҙара, тирә-яҡта машиналарҙан ҡурҡмайынса йәйәү йөрөргә мөмкин.
— Абҙан шарлауығындағы ял итеү урындарының береһе “Башулей”, — тигән мәғлүмәт менән бүлеште район хакимиәте башлығы урынбаҫары Виктор Пьянов. — Уның нигеҙ һалыусыһы — эшҡыуар Рәйес Рафаил улы Ғизәтуллин “Архангел районында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” проекты сиктәрендә грант ярҙамы, дөрөҫөрәге, тотонған аҡсаларының бер өлөшөн ҡаплау маҡсаты менән 208 мең һум аҡсалата ярҙам алды. Рафаэль Ғизәтуллин, шулай уҡ, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың туризм һәм спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәгенең директоры булып тора.
Рафаил Рәйес улы Өфө ҡалаһында тыуған һәм йәшәй. Өйләнгән, ғаиләлә ике бала үҫә.
Тәжрибәле эшҡыуар туристик ял базаһын күптән асыу һәм төҙөү идеяһы менән яна, һәр яҡтан уңайлы, ҡаланан, ҙур юлдарҙан алыҫ булмаған байтаҡ урындарҙы ҡарай. Беҙҙең райондың иҫтәлекле урыны менән ете йыл элек, ябай турист булып Инйәргә ял итергә килгәндә таныша.
Шулай итеп, 2021 йылда Инйәр йылғаһы буйында йәнә бер ял итеү урыны барлыҡҡа килә.
Рафаил Рәйес улы:
— Беҙ үҙебеҙҙә туристик база эшен алып барыуҙың бөтә үҙенсәлектәрен тойҙоҡ: эшселәр ҡулы етешмәгәндән алып, ҡәнәғәт булмаған ҡунаҡтарға тиклем. Тап шундай мәлдәрҙә барыһын да ташлап ҡуйырға тигән уй тыуҙы.
Моғайын, яңы ваҡиғаһыҙ бер көн дә булмағандыр: сантехниканың ватылыуы, скважинала июлдә торған эҫелектән һыу бөткән мәл, ҡунаҡтарыбыҙҙың үҙ-ара һәм башҡа территорияларҙан килгән ҡунаҡтар менән ыҙғышыуҙары һәм башҡалар. Беҙҙә шул тиклем күп тарих тупланған, уның арҡаһында беҙ баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланыҡ, һәм мин быны ахыры түгел тип тоям.... Ҡунаҡтарыбыҙ һәм пляждан ял итеүселәр беҙҙе хайран ҡалдыра белә!
Эйе, бөтә ниәттәрҙе лә тормошҡа ашыра алманыҡ әле, әммә бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла, беҙ үҙ маҡсаттарыбыҙҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн тырышабыҙ, — тип үҙ тәьҫораттары менән бүлешә ул.
Кемпингта ял итеү өсөн мангаллы беседкалар (өҫтәл, розетка, яҡтылыҡ, ҡояштан жалюзилар менән ябыла), уңайлы бәҙрәфтәр, һауыт-һаба йыуыу өсөн һалҡын һәм эҫе һыу урындар тәғәйенләнгән. Шулай уҡ ҡуртымға палаткалар, туристик карауаттар һәм йоҡо бүлмәләре, теләгәндәргә йылғала йөрөү өсөн катамарандар ҙа бар.
Бөтә территория буйынса видеокүҙәтеү алып барыла.
— Иң ҡыуаныслыһы, күптәребеҙ ысынлап та беҙҙең даими ҡунаҡтарыбыҙ булып китте. Сөнки был базаны беҙ ихлас күңелдән төҙөнөк һәм сервис өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишеткәс, был беҙҙе ҡанатландыра һәм артабан үҫешергә сәбәп булып тора.
Ҡала ығы-зығыһынан ял итеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ һәм дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән бергә саф һауала йәмле тәбиғәт ҡосағында булыуҙан ләззәт алығыҙ, — тине “Башулей”ҙың хужаһы Рафаил Ғиззәтуллин.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Туризмды үҫтереү йәһәтенән алға табан барабыҙ. Туристар ағымы үҫеүенең юғары күрһәткестәре тап ошо хаҡта һөйләй. Республика тураһында күптәр белһен өсөн уңайлы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде.
Район хакимиәтнең иҡтисад бүлеге начальнигы, Наталья Кирилова:
— Йыл әйләнәһенә туристарға шарттар ҡаралған: бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡ йорттары, утын менән йылытылған мунсалар, асыҡ һауала йәйен-ҡышын һыу керә торған кедр чандар, беседкалар, йыһазландырылған тирмәләр. Ял итеү биләмәһендә балалар, волейбол майҙансығы, усаҡ яғыу зонаһы һәм парковка урынлашҡан.
Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас