Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
22 Октябрь 2025, 04:54

Милли бейеү көнө

Башҡортостанда 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, байрам төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Милли бейеү көнөМилли бейеү көнө
Милли бейеү көнө

Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрь Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Ул — күренекле бейеүсе, хореограф һәм балетмейстер, башҡорт бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм уның тәүге художество етәксеһе, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, “Почет билдәһе” ордены кавалеры. Уның Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Милли бейеү — халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. Бейеүҙәр үҙенсәлекле йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— 21 октябрҙә күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөнә ҡарата Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәк, тип иҫәпләйем.

Физәлиә Ғәниева әҙерләне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас