Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
20 Октябрь 2025, 04:26

Киске серле шаҡмаҡтар

Республика көнө уңайынан  “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә шахмат буйынса турнир уҙҙы. Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең кадрҙар бүлеге начальнигы Камила Ғәбдуллина менән район Советы депутаты Альберт Рәхимов сәләмләгәндән һуң, уйындар башланды.

Киске серле шаҡмаҡтарКиске серле шаҡмаҡтар
Киске серле шаҡмаҡтар

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса үҙ йәштәштәре араһында Сысоева Диана, Моргунов Максим, Шаһиморатова Алина, Мәзитов Руслан, Мәзитов Азат – 1-се, Антипина Дарья, Хисмәтуллин Ғәйсәр, Хөснөтдинова Диана, Меркулов Роман, Мөхәмәтйәнов Айҙар – 2-се, Хисмәтуллина Айзилә, Мисюкова Виктория, Морозов Петр һәм Баянов Ильдус 3-сө урынға сыҡты. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас