Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
10 Октябрь 2025, 09:25

Байрам уңайынан – кросс

Республика көнө уңайынан Асы ауылы эргәһендәге Р.Фәйзуллин исемендәге саңғы-йүгереү трассаһында еңел атлетика буйынса ярыш уҙҙы. Бәйгелә ауыл биләмәләре, ойошма, предприятие һәм мәктәп уҡыусылары йыйылма командалары тиҙлектә һәм сыҙамлыҡта көс һынашты.

Байрам уңайынан – кроссБайрам уңайынан – кросс
Байрам уңайынан – кросс

Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Тимерғәли Ураҙғолов, Юлия Краснова, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, баш судья Артем Ащеулов сәләмләгәндән һуң, йүгеректәр старт һыҙығына баҫты.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, үҙ йәштәштәре араһында Радмила Мөхәмәҙиева, Илдар Хәмиҙуллин, Аделина Хисаметдинова, Фирүз Мәүлитов, Ильвина Асмандийәрова, Иҙел Кинйәғолов, Фәйрүзә Ғиләзова, Филүс Бадранов, Мәрүә Фәйзуллина, Джамал Агабаев – беренсе, Ләйсән Хәбирова, Арсений Назиров, Зарема Вецис, Никита Бурасов, Лилиә Дәүләтғәлина, Нур Мозафаров, Айгөл Сәйғафарова, Марат Мозафаров, Мәликә Басырова – икенсе, Зоя Цируль, Вадим Гәрәев, Анна Губачева, Павел Кобяков, Иван Павлов, Ольга Иванова, Альберт Рәхимов, Динә Килмөхәмәтова өсөнсө урынды биләне. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән йүгеректәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас