Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
9 Октябрь 2025, 03:59

Эштәр графикка ярашлы бара

Башҡортостандың Борай районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Өфө — Бөрө — Яңауыл юлында Йүгерек Танып аша күперҙе төҙөкләндереү дауам итә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Уның оҙонлоғо 110 погон метрҙан ашыу тәшкил итә. Подрядсылар иҫке ҡоролманы тулыһынса һүтеп алған, свайҙар быраулаған, шкаф стенаһы һәм биш таяу ҡорған. Күперселәр артабан бетонлаштырыу өсөн терәк өҫтө арматураһын түшәй. 

Эштәр графикка ярашлы бараЭштәр графикка ярашлы бара
Эштәр графикка ярашлы бара

– Йүгерек Танып йылғаһы аша күпер Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарының Өфө менән транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Яһалма ҡоролма авария хәлендә була һәм хәрәкәт итеү өсөн хәүеф тыуҙыра. Проект-эҙләнеү эштәре башҡарылды, шунан һуң күперҙе реконструкциялау башланды. Эштәр график буйынса бара, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Эштәр башҡарылған ваҡытта юл йөрөү ваҡытлыса урау юл аша башҡарыла.

2025 йылдың октябренә ҡарата Башҡортостанда 31 күпер ҡоролмаһында эштәр алып барыла. Улар араһында иң ҙур объекттар: Архангел һәм Дүртөйлө райондарында Ағиҙел йылғаһы аша, Дүртөйлө һәм Борай райондарында Йүгерек Танып йылғаһы аша, Дәүләкән районында Дим йылғаһы аша, Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы аша күперҙәр һәм башҡалар. Шуларҙың 12-һен 2025 йыл аҙағына тиклем норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. 

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас