

15 октябрҙә Башҡортостан Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә эшҡыуарҙар өсөн ер эштәре буйынса шәхси консультация биреү ойошторола. Сара, төбәк бизнес-омбудсмендың башланғысы нигеҙендә, "Лекторий. Право на бизнес" проекты сиктәрендә үткәрелә.
– Тап ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә күп проблемалар бизнесҡа ҡағылған йыш мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙарға тура килә, – тип һөйләй бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова. – Был бөгөнгө закондарҙың ҡатмарлы булыуына ғына бәйле түгел, ә эшҡыуарҙар йыш ҡына үҙҙәре лә ҡайһы бер хаталарға юл ҡуя. Белгестәр иһә төплө кәңәштәр бирә. Маҡсат – ошо хаталарҙы иҫкәртеү.
Башҡортостан Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Вәкиллектең эксперты Екатерина Малахова әйтеүенсә, ул көндө килгән эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һәр һорауға төплө яуап аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.