Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
9 Октябрь 2025, 10:36

Алтын көҙ

Быйыл 2 октябрь ҡан баҫымы юғары күтәрелгәс, дауаханаға килдем. Бөгөн алтынсы көн инде. 

Алтын көҙАлтын көҙ
Алтын көҙ

Яңыраҡ ҡан баҫымы юғары күтәрелгәс, дауаханаға килдем. Бөгөн алтынсы көн инде. Иртән яҡтырыу менән тышҡа ҡарайым. Терапия бүлегенең өсөнсө палатаһы алдында ике йәш ҡайын үҫеп ултыра. Береһе – бейегерәк, икенсеһе – тәпәшрәк. Хас апайлы-һеңлеләр кеүек. Мин килгәндә япраҡтары күберәк йәшел ине, ә кисә көн йылы, ҡояшлы булғанғамы, шуға ла улар күҙ алында һарғайған кеүек.

Тәҙрәгә ҡарайым да, улар менән һөйләшәм. Ҡайындар миңә япраҡтарын елпелдәтеп, шыбырлашып өндәшкән кеүек:

– Һаумы, апай, хәлдәрең нисек? Бөгөн йоҡлай алдыңмы? Кәйефең шәпме?

Мин дә яуап ҡайтарып:

  • Эй, һылыуҡайҙар, һаумыһығыҙ, хәйерле иртә! Ҡайһылай һеҙ ҡупшыһығыҙ. Көҙ һеҙгә ниндәй матур, сағыу шәл ябындырған. Тиҙҙән һалҡын ҡыш етәр, бирешмәгеҙ, өшөмәгеҙ, ныҡ булығыҙ. Унан һуң яҙ килер, йәнә барығыҙға ла йәшел матур шәл ябыр, алҡалар элер. Һеҙ тағы ла һомғолланып үҫеп китәрһегеҙ. Тик минең генә яҙҙарым, йәйҙәрем уҙған инде, ҡабатланмаҫ. Минең әле ғүмер көҙөм. Тик мин уны ямғырлы, һыуыҡ, болотло ғына тип уйламайым, киреһенсә сағыу, алтын тип төҫмөрләйем. Ә алда ғүмер ҡышы көтә.

Венера Мөслимова.

Благовещенка ауылы.

Венера Мөслимова.

Благовещенка ауылы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас