“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”)”Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолған “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы Өфө урман-техник техникумы биләмәһендә үтте. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Унда студенттар-урмансылар, төбәк Хөкүмәте ағзалары, федераль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһында ҡатнашыусылар 25 шыршы ултыртып, улар йәш аллея барлыҡҡа килтерҙе. Уға “Студенттар” тигән исем бирәләр.
— Бөгөнгө сара урмандар менән тотороҡло идара итеүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ урман тармағының кадрҙар резервын булдырыу өсөн дәүләт органдары, мәғариф учреждениелары һәм урындағы берләшмәләр көстәрен берләштереү кәрәклеген раҫлай, — тине Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.