

Өфөлә “Батарейкаларҙы тапшырабыҙ!” экологик акцияһына һығымта яһанылар. Сараны “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә үткәрҙеләр, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтендә.
Махсус контейнер 15 – 21 сентябрҙә Өфөләге Орджоникидзе районының Маргарита Куприянова исемендәге аллеяла ҡуйылған. Бер аҙна эсендә өфөләр 6,6 тонна батарейка йыйған һәм Силәбеләге “Экологик тәжрибә” предприятиеһына ебәргән.
Экологик акция барышында үткәрелгән конкурстың “Ҡаланың 14 йәшкә тиклемге йәшәүселәре” номинацияһында Матвей Хазов, Данияр һәм Линар Яҡуповтар, Иван Степанов һәм Элина Сөләймәнова еңеүсе булды. “Ҡаланың 14 йәштән өлкәнерәк йәшәүселәре” номинацияһында Валерия Хәйҙәрова, Рәил Рамазанов һәм Регина Фәтхетдинова иң күп батарейка йыйҙы. Күп фатирлы йорттар һәм предприятиелар, ойошмалар, уҡыусылар араһында иң күп батарейка йыйыусылар асыҡланды.
Акция үткәрелгән ете йыл эсендә барлығы 25,5 тонна хәүефле ҡалдыҡ йыйып тапшырылған.