Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
7 Октябрь 2025, 05:49

Кеше ғүмере өҙөлдө

Ошо көндәрҙә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 47-се километрында, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 32 йәшлек урындағы кеше “Лада Гранта” артында ҡырағай хайуанға бәрелә, һуңынан юлдан ситкә сығып, ағасҡа һуғыла. 

Кеше ғүмере өҙөлдөКеше ғүмере өҙөлдө
Кеше ғүмере өҙөлдө

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Уның өс пассажиры дауаханаға оҙатылған. Мышы ла һәләк булған.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас