

Республика клиник перинаталь үҙәктең матди-техник базаһы, “Ғаилә” милли проектына (национальный проект "Семья") ярашлы, заманса медицина ҡорамалы менән тулыландырылды.
Медицина учреждениеһына ультратауыш системаһы алынды. Яңы ҡорамалдар ярҙамында табиптар пациенттарҙың эске ағзаларын һәм туҡымаларын ентекләп тикшерә ала. Үҙәккә феталь монитор ҙа алынды. Был ҡорамал буласаҡ әсәнең һәм яралғының торошона комплекслы мониторинг үткәрергә булыша. Кардиотокография, электрокардиография үткәрергә, ҡан баҫымын, кислород кимәлен, тән температураһын үлсәргә мөмкин. Монитор принтер менән йыһазландырылған һәм үткәрелгән тикшереүҙәрҙе һаҡларға мөмкинлек бирә. Үҙәктең баш табибы Лиана Савина әйтеүенсә, алдынғы ҡорамалдар диагностика һәм дауалау өсөн яңы мөминлектәр аса.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты, бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.
Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Өлкән быуын өсөн оҙайлы тәрбиәләү системаһын индереү һәм социаль стационарҙарҙы яңыртыу планлаштырыла.
“Ғаилә” бынан алдағы “Демография” милли проектын үҫтерәсәк һәм илдә тыуымды артырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Владимир Путин әсәлек капиталын һәм ғаилә ипотекаһының льготалы программаһын кәм тигәндә 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙы тәҡдим итте. Демография проблемалары үтә киҫкен торған төбәктәргә 75 миллиард һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.