

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш тәүге медик-санитар ярҙам системаһы менән берлектә ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа төп резерв булып тора. Йөрәк – организмдың мөһим ағзаһы. Был системаның торошона кешенең сәләмәтлеге һәм ғүмер оҙайлығы бәйләнгән. Аҙнаһына физик әүҙемлек кәм тигәндә 150 минут тәшкил итергә тейеш. Дөрөҫ туҡланыу, ҡан баҫымын һәм йөрәк ритмын контролләү, липид профилен белеү мөһим. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ҡан баҫымын үлсәп тороу ғүмерҙе һаҡларға ярҙам итер. Диспансерлаштырыуҙы һәм медицина тикшереүҙәрен даими үтеп тороғоҙ. Сәләмәт тормош алып барығыҙ, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ. Тәмәке тартыу, һимереү – йөрәкте ҡаҡшатыусы насар ғәҙәттәр.
Хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк етешмәүсәнлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Республикала ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән. Рәсәй белгестәре күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан - инновациялар индерелгән, әүҙем, ижади кешеләр эшләгән, яңы проекттар тормошҡа ашырылған даими үҫешеүсе төбәк.
Медицина хеҙмәткәрҙәре йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, дауалау менән шөғөлләнә. Өфө ҡалаһының Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге етәксеһе Алина Флүр ҡыҙы Харасова кардиолог һөнәрен һайлауы, кешеләргә ярҙам итергә теләүе һәм уларға яҡшы булғанда ҡыуаныуы тураһында белдерҙе.
- Миңә кардиология үҙәгендә эшләү оҡшай: бында барыһы ла эш тип яна, - ти Алина Флүр ҡыҙы.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.