Инйәр
+28 °С
Облачно
Новости
2 Октября 2025, 04:55

Мобиль интернетты һүндерһәләр, ни эшләргә?

Башҡортостан ҡалаларында йәмәғәтселектең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында әленән-әле мобиль интернетҡа ваҡытлыса сикләүҙәр һалына. Ҡатмарлы хәлдә ҡалмаҫ өсөн бындай хәлгә алдан әҙер тороу зарур. 

Мобиль интернетты һүндерһәләр, ни эшләргә?Мобиль интернетты һүндерһәләр, ни эшләргә?
Мобиль интернетты һүндерһәләр, ни эшләргә?

Мобиль интернетты һүндерһәләр, ни эшләргә?

Башҡортостан ҡалаларында йәмәғәтселектең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында әленән-әле мобиль интернетҡа ваҡытлыса сикләүҙәр һалына. Ҡатмарлы хәлдә ҡалмаҫ өсөн бындай хәлгә алдан әҙер тороу зарур.

Тәү сиратта - үҙең менән ҡулаҡса йөрөтөү. Элемтә булмағанда магазиндарҙа, транспортта һәм хатта банкоматтарҙа банк терминалдары эшләмәүе ихтимал, шуға күрә кәрәкле тауарҙар һәм юл йөрөү өсөн түләү тик ҡулаҡса менән генә мөмкин. Ҡушымталар аша такси саҡырырға күнеккәндәргә урындағы такси хеҙмәттәренең телефон номерҙарын һаҡлап ҡалырға кәңәш ителә - интернет һүнгән осраҡта машинаны диспетчер аша туранан-тура саҡыртырға була.

Шуны иҫтә тотоу мөһим: ашығыс хеҙмәттәр ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә. 112 һандарына шылтыратып, теләһә ҡайһы ваҡытта полиция, ашығыс ярҙам йәки янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға мөмкин, хатта телефонда  SIM-карта булмаған хәлдә лә.

Шул уҡ ваҡытта тауыш бәйләнеше һәм сымлы интернет һүндерелмәй. Был стационар телефон һәм Wi-Fi эшләй тигәнде аңлата. Әгәр һеҙҙең “өй телефоны” йәки интернетҡа роутер аша инеү мөмкинлеге булһа, һеҙ – бәйләнештә, мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр менән файҙалана алаһығыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы сикләүҙәргә борсолмағыҙ, ул - ябай һаҡлыҡ сараһы.

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-10-01/mobil-internetty-nder-l-r-ni-eshl-rg-4410618

Автор:Рахимов А.
Читайте нас