

2026 йылда пенсиялар срогынан алда индексацияланасаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Ведомство мәғлүмәттәренән күренеүенсә, пенсиялар түләүгә 13 триллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
“Былтырғы кеүек, пенсияларҙы срогынан алда индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде: элеккесә 1 февралдән ысынбарлыҡтағы инфляциянан, 1 апрелдән Социаль фонд килеменән сығып түгел, ә шунда уҡ - 1 ғинуарҙан – инфляциянан юғарыраҡ кимәлдә индексацияланасаҡ. Шулай итеп, страховка пенсияларын индексациялау 7,6 процент тәшкил итәсәк, һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы күләме ике мең һумға тиерлек артасаҡ һәм 27,1 мең һум тәшкил итәсәк”, – тиелә министрлыҡ хәбәрендә.
Социаль пенсиялар 2026 йылдың 1 апреленән 6,8 процентҡа индексациялана.
Мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2025-09-30/pensiyalar-srogynan-alda-indeksatsiyalanasa-4408763 сайтынан алынды.