

– Тикшереү мәлендә 91 маммография үткәрелде. 15 кешелә гипертония, 5-ендә ҡанында шәкәр күп булыуы, икәүһендә йөрәк ритмының боҙолоуы асыҡланды. Табиптар юғары хәүефле факторҙарҙы ла билдәләне. Улар араһында ҡанда глюкозаның юғары кимәле – 60, ҡанда холестериндың артыуы – 88, артыҡ тән ауырлығы – 174, тәмәке тартыу – 49, күтәренке ҡан баҫымы161кешелә табылды,- тип белдерҙе үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов,
“Сәләмәтлек поездары” республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкинлек бирҙе. Уларҙың төп бурысы — төбәктең иң бәләкәй һәм йыраҡ ауылдарында халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү. Күсмә медицина комплекстары ауылдарға график буйынса йөрөнө. Һаулығын теләгән һәр кеше тикшертә алды.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең “Сәләмәтлек поездары” тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоулы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.