

Башҡорттар — ҡыйыу, батыр халыҡ. Сабыр ҙа, түҙемле лә, киң күңелле лә, ҡунаҡсыл да. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ. Тик башҡорттоң сәменә теймә — ул ғорур, ниндәй генә ваҡыт килһә лә, арҡаһы һәр саҡ тура уның. Атҡа менергә, яуға баҫырға әҙер. Башын сапһа сабырҙар, тик теҙләнмәҫ. Милли һыҙатты үҙгәртеп булмай. Ғәмәле буйынса, ул бер ваҡытта ла һатмаҫ, алдамаҫ. Алдыңда — бер төрлө, артыңда икенсене һөйләмәҫ, арттан бысаҡ ҡаҙамаҫ. Ил күргәнде күрәбеҙ, ти башҡорт. Шулай еңелендә лә, ауырында ла башҡорт халҡы ил-күс өсөн өҙгөләнеү, илһөйәрлек, ватансыллыҡ тойғоһон ташламаған, һәр саҡ үҙ асылына тоғро ҡалған. Милләт бишеге булған Тыуған төйәгебеҙ бөтөнлөгөн, ҡотон, халҡыбыҙ рухиәтен, йолаларын, йәшәйеш ҡағиҙәләрен, туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлауға бар көсөн һала ағинәйҙәребеҙ. Илгә ябырылған бәләләр алдында ла ҡул ҡаушырмайҙар: махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә ойоҡ-бейәләй бәйләүселәр ҙә, башҡа төрлө гуманитар ярҙам ойоштороусылар ҙа, һаҡлаусы сетка үреүселәргә ҡушылыусылар ҙа - улар. Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең бер генә минутҡа туҡтап торғаны юҡ. Районыбыҙҙың әүҙем ағинәйҙәре маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, туҡмас, бауырһаҡ әҙерләй, косынкалар тегәләр, «Ҡоро душ» әҙерләйҙәр һәм ныҡлы, еңел полимер бауҙан «Ҡотҡарыу» беләҙеге үрәләр. Ғөмүмән, эш бер көнгә лә туҡтамай. Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтеп, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Ир-егеттәребеҙгә ошо ярҙам менән тыуған яғыбыҙҙың сәләмдәре, йылылығы барып етеренә инанған ағинәйҙәребеҙ.! Ил һағына баҫҡан яугирҙарға теләктәшлек белдереп, ошо һынылышлы осорҙа берҙәм булғанда ғына беҙ көслө. Сөнки еңеү тылда сүкелә, уларға беҙҙең хәстәрлекте, бергәлекте тойоу мөһим. Был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай ағинәйҙәребеҙ.Сараның икенсе өлөшө мәсеттә дауам итте.Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәребеҙгә бағышлап салынған ҡорбан ашы табыны ойошторған абҙандар. Һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәтғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө билдәләнгән Мәүлит кисе тураһында ла мәғлүмәт еткерелде ҡунаҡтарға был табында.Мәүлит – тыуыу тигәнде аңлата. Мәүлит кисәһе тип һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәттең ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн атайҙар. Мәүлит рабиғел әүүәл айының 11-се һәм 12-се көндәре араһындағы кискә ҡарай. Был айҙа мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ҙур ихласлыҡ менән иҫкә ала. Миләди иҫәп буйынса Мөхәммәт пәйғәмбәр 571 йылда Мәккә ҡалаһында тыуған.Мәүлит - Ислам динендәге иң мөбәрәк кисәләрҙең береһе. Байрамда Рәсүллуллаһ йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Ата - әсәһе Мәккә тирәһендә билдәле кешеләр - Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай ата-әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып үҫә.Пәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталлип ҡыҙы Сафия Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булған: «Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның пәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек” тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның пәйғәмбәремен», - тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уға: «Әссәләмәғәләйкүм, Рәсүллүллаһ», - тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым, бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы пәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», - тип хәтерләй.Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү ул. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.Абҙан ағинәйҙәре ойошторған был сара-иң сауаплы эштәрҙең береһе. МХО-лағы егеттәребеҙ иҫән-һау йөрөп,еңеп ҡайтыуҙарына бағышлап салынған ҡорбан ҡабул булһын.Ҡыйыу, илһөйәр егеттәребеҙгә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт. Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы.Берҙәм, бергә, көслө рухлы булайыҡ .
Маскировка селтәрҙәре лә үрелер, кәрәк икән, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләнер, башҡалары ла әҙерләнер. Иң мөһиме: махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Шундай матур , фәһемле сара ойошторған Фәрүәз Нуретдин ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкләгән Абҙан ауылы ағинәйҙәренә рәхмәтлебеҙ,уларға һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Зилә Фәйзуллина.