Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
3 Сентябрь 2025, 05:25

Ат фестивалендә документаль ролик күрһәтеләсәк

«Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә «Башҡорт аты — Башҡортостан бренды» документаль фильмының презентацияһы үтәсәк. 

Ат фестивалендә документаль ролик күрһәтеләсәкАт фестивалендә документаль ролик күрһәтеләсәк
Ат фестивалендә документаль ролик күрһәтеләсәк


     5-6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» этно-мәҙәни фестивале уҙғарыласаҡ. Программала һыбайлыларҙың сығыштары, концерт, халыҡ уйындары, һөнәрҙәр йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк. 
    Фестиваль барышында «Башҡорт аты – Башҡортостан бренды» документаль фильмының промо-ролигы тәҡдим ителәсәк. Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм Башҡортостандың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү,  халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде.
     Фильм шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға,  Федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә «Башҡорт аты» брендын үҫтереүгә булышлыҡ итә.  

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-02/at-festivalend-dokumental-rolik-k-r-tel-s-k-4370402 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас