

Родинка ауылында тыуып-үҫкән Флүзә мәктәпкә барыр алдынан ғына ата-әсәһен Баҡалды ауылына эшкә күсерәләр. Уҡырға ла тәү башлап ошонда төшә.
— Ата-әсәйемдең үҙ-ара һәм балаларына ҡарата мөнәсәбәте минең өсөн һәр саҡ үрнәк, тормош маяғы булып торҙо. Атайым беҙ бәләкәйерәк саҡта кисен әкиәттәр һөйләр ине. Үҫә төшкәс, хәлдәребеҙҙе һорашҡан арала өйгә эштәребеҙҙе ҡараштыра, күҙем насар күрә тигән һылтау менән гәзит-журналдарҙы беҙҙән уҡыта, сетереклерәк урындарын яңынан аңлата. Әсәйем ысын ҡатын-ҡыҙҙың өлгөһө: яғымлы, хәстәрле, атайымдың һәр һүҙен ҡеүәтләп торған хужабикә ине. Бер ниндәй ҙә педагогик белеме булмаған ғәзиздәрем үҙ балаларына дөрөҫ тәрбиә нигеҙең һала белгән.
Мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаған Флүзә әүҙем йәмәғәтсе лә була. Бер осор ауылдарҙан һәләтле балаларҙы баш ҡалаға уҡырға тип йыйғанда уны ла һайлап алалар. Тик ата-әсәһе бер ҙә уны интернатҡа ебәргеһе килмәй. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлағандан һуң ҡыҙ Өфө ҡалаһының радиотехник техникумына уҡырға инә. Әммә, бер аҙ ваҡыт үтеү менән, техника донъяһында үҙен бөтөнләй күрмәүен аңлай. Бәләкәйҙән ихатала балаларҙы йыйып, уҡытыусы булып уйнарға ярата.
— Тәрбиәсе һөнәренең үтә яуаплы икәнлеген белеп, аңлап Белорет педагогия училищена уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас та эшемде ошо учреждениела башланым. Был йылдар арауығында әллә нисә сығарылыш уҙҙы, бөгөн үҙемдең тәрбиәләнеүселәрем балаларын минең төркөмгә йөрөтә. Быуындар күсәгилеше тигән төшөнсәнең ысынбарлыҡта булыуын үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам.
Баланың мәктәпкәсә осоро – бик яуаплы, мөһим мәл. Көн һайын балаға иғтибар, күңел йылыһы биреп, кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Күпме бала – шунса холоҡ. Шуға күрә уларға яраҡлашырға, айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һалырға кәрәк.
Коллективта үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, тәжрибәле белгестәр тупланған. Музыкаль етәксе Рузилә Йыһанур ҡыҙы Туҡбаева менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ул балаларҙы моңло итеп йырларға, оҫта итеп бейергә лә өйрәтә. Йәш “йондоҙҙарыбыҙ” төрлө район конкурстарында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындар яулай. Иртәнән кискә тиклем бергә булған тәрбиәсе ярҙамсыһы Илвира Ринат ҡыҙы Ғафарованың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Балалар баҡсаһында үткәрелгән төрлө сараларҙа, занятиеларҙа ярҙамлаша һәм ҡатнаша. Шулай уҡ мәктәп директоры Марина Анатольевна Клокова ла теләһә ниндәй мәсьәләләрҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә математика, тирә-яҡты өйрәнеү, һүрәт төшөрөү, физик культура, музыка, телмәр үҫтереү, шахмат, аппликация буйынса белем биреү эшмәкәрлеге ойошторола. Кескәйҙәрҙәә тирә-йүнгә, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләйбеҙ. Күнекмәләр бөткәс, балалар үҙ аллы уйындар менән мәшғүл, улар менән әкиәттәр уҡыйбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Көндөҙгө аш алдынан һәм киске аштан һуң урамға саф һауа һуларға сығабыҙ. Шулай уҡ бында балаларға тәртип мәҙәниәте нигеҙҙәре һалына. Мәктәпкә әҙерләүҙән тыш уларҙы шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтәбеҙ, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләйбеҙ.
Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙ ¬— кескәйҙәргә уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн кәрәклеген яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға әҙер генә торалар. Һәр сарабыҙҙың улар төп бағыусылары, ҡатнашыусылары һәм тамашасылары ла. Бынан тыш, балалар баҡсаһы биләмәһендә ойошторолған өмәләрҙә, баҡсала сәскәләр ултыртыуҙа, ҡышын ҡар көрәүҙә әүҙем ҡатнашалар. Һәр саҡ ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлемен, — тип уртаҡлашты Флүзә Сәғит ҡыҙы.
”Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” тигәндәй, Флүзә Сәғитулла ҡыҙына 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы тигән маҡтаулы исем бирелә. Бынан тыш, 35 йылдан ашыу эшләгән осоронда ул күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Яҡшы тәрбиәсе матур аңлата, көслөһө — тәрбиәләй, ә дан тәрбиәсе — ҡанат үҫтерә, тиҙәр. Был һүҙҙәр Флүзә Сәғитулла ҡыҙы һымаҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған педагогтарға ҡағыла.