

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, балаларҙы яратыу кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең.
Ә инде бөгөнгө уҡытыусы эшенең үҙ һөнәрендә барлыҡҡа килгән заманса технологиялар менән тығыҙ бәйле булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Яңы алымдарҙы, әлбиттә, йәш уҡытыусылар тиҙерәк үҙләштерә һәм уҡыусылар өсөн дә, үҙҙәренән олораҡ булған коллегаларына ла улар өлгө булып тора. Шулай итеп, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ғүмерҙәрен был һөнәргә бәйләгән кешеләрҙең эше еңелдән түгел. Сөнки донъяларыбыҙ ҙа икенсерәк, балалар ҙа уға яраҡлашып, үткер, киң даирәле һәм тиктормаҫ. Улай ғына түгел, ата-әсәләр ҙә яңынан-яңы талаптар ҡуя. Дәүләтебеҙ ҙә уҡытыусыларға маҡсаттарҙы яңыртырға, бөгөнгө алымдар менән эш итергә ҡуша.
– Хәҙерге мәктәп етәксеһе ниндәй булырға тейеш? Директор – уҡыу йортоноң төп вазифалы кешеһе, тип әйтһәк, ризалашырһығыҙ, моғайын. Шуға күрә, ул башҡаларҙан айырылған сифаттар йыйылмаһына эйә булырға тейештер бит?
– Директор иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына, сөнки ул бөтә мәктәп: уның территорияһы, уҡыу процесы, персоналы – уҡытыусынан алып ябай йыйыштырыусыға тиклем һәм, әлбиттә, уҡыусылар өсөн яуаплы. Яҡшы етәксегә грамоталы һәм үҫешкән коммуникатив һәләттәргә эйә булыу ғына етмәй,- тип иҫәпләй Тәүәкәс ауылы мәктәбе директоры Рәйес Мостафин. – Мәктәп башлығы аналитик аҡылға, яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә һәм стресҡа сыҙамлылыҡ кәрәк. Бер һүҙ менән, беҙҙең заманда был вазифаны биләү еңелдән түгел, сөнки һинең һәр аҙымың микроскоп аша күҙәтелә. Әммә дөрөҫ ҡараш, мотивация һәм, әлбиттә, эшкә, районыбыҙға һөйөү булһа, оҙаҡ йылдар мәктәп өсөн яҡшы етәксе булып ҡалырға мөмкин, тип иҫәпләйем.
– Рәйес Ишмырҙа улы, үҙегеҙҙең тормош юлығыҙ тураһында таныштырып үтһәгеҙ ине...
Итәғәтле, тыныс, сабыр холоҡло, оло йөрәкле Рәйес Ишмырҙа улы – хеҙмәттәштәренең ныҡлы таянысы, ярҙамсыһы. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлана. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район һәм республиканың Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ. Илһөйәр рухлы, ауылы, мәктәбе өсөн йән атҡан ир-уҙамандың районда ла, ауылда ла абруйы ҙур. Ошондай шәхестәр үҙ төбәгенә мәртәбә өҫтәй. Йәштәргә биргеһеҙ ғәйрәт, дәртле булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Тыуған төбәге өсөн янып йәшәүсе Рәйес Мостафин киләсәктә лә уңыштар теләйек.