Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
28 Август 2025, 06:55

Мәғариф өлкәһендә һандар һәм факттар

Уҙған йылдың 1 сентябренә ҡарата районда 17 дөйөм белем биреү учреждениеһы, шуларҙың иҫәбендә: бер мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп йәшенән кеселәр өсөн учреждениеһы (башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы), бер башланғыс, дүрт төп белем биреү, 11 урта мәктәп, шулай уҡ өс балалар баҡсаһы, биш мәктәп филиалы (балалар баҡсаһы), биш  мәктәп эргәһендәге мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, дүрт мәктәп алдынан белем  биреү төркөмө эшмәкәрлек итте.

Мәғариф өлкәһендә һандар һәм факттарМәғариф өлкәһендә һандар һәм факттар
Мәғариф өлкәһендә һандар һәм факттар

2024-2025 уҡыу йылында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 1949 кеше тәшкил итһә, 1 класҡа 155 бала ҡабул ителгән, балалар баҡсаларына 790 тәрбиәләнеүсе йөрөгән.

Уҙған уҡыу йылында район мәктәптәрендә 245 педагог эшләне, уларҙың араһынан 233 педагог – юғары белемле. 20 йылдан артыҡ стажлы булғандары — 134 уҡытыусы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 47-50 йәш, шул уҡ ваҡытта пенсия йәшендәге педагогик хеҙмәткәрҙәр – 63 кеше (26 процент), ә 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар — 30 кеше (12 проценте) тәшкил итә.

Сифатлы белем алыуға тигеҙ мөмкинлек тәьмин итеү өсөн көн һайын 43 ауылдан 11 дөйөм белем биреү учреждениеларына 22 автобус менән 726 балаға (уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 37 проценты) мәктәпкә йөрөтөү ойошторолдо.

2025 йылда 186 сығарылыш уҡыусыһы төп дөйөм белем тураһында аттестат алды, уларҙың араһынан ун уҡыусы  9 класты тик бишлегә тамамланы. 75 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, урта дөйөм белем тураһында аттестат алды. Шул иҫәптән 12-һе “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды: дүрт  сығарылыш уҡыусыһы I дәрәжәләге (алтын), һигеҙ уҡыусы — II дәрәжәләге.

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар былтырғыһы менән сағыштырғанда инглиз теле (38-гә күберәк) һәм тарих (21-гә күберәк) кеүек предметтар буйынса уртаса балл күрһәткестәренең һиҙелерлек артыуын күрһәтте. Быйыл биш бала 81-90 бал йыйып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште: дүрт юғары балллы эш, ғәҙәттәгесә, рус теленән, икәүһе — информатиканан һәм берәр профилле математика, физика, химия һәм биология буйынса эш. 90 балдан һәм унан юғарыраҡ ике  һөҙөмтә асыҡланды.

2024 йылдың сентябрь – декабрь айҙарында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының мәктәп һәм муниципаль этаптары үтте. Олимпиаданың мәктәп этабында 19 уҡыу предметы буйынса 887 уҡыусы ҡатнашты, уларҙан 591 призлы урын билдәләнде. Олимпиаданың муниципаль этабында 19 уҡыу предметынан буйынса 303 бала ҡатнашты. Икенсе этапта 30 еңеүсе һәм 50 призер билдәләнде. 1-се, 2-се Архангел һәм Тирәкле урта мәктәптәренән 15 уҡыусы тарих, экология, инглиз теле, иҡтисад, хеҙмәт, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, физик культура предметтары буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашты. 1-се Архангел мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хәсәнова Айлина тарих буйынса төбәк этабы призеры булды.

Уҡыу йылы дауамында “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге 71 өҫтәмә дөйөм белем биреү үҫеш программаһын тормошҡа ашыра. Алты йүнәлеш буйынса (художестволы, социаль-гуманитар, физкультура-спорт, туристик-тыуған яҡты өйрәнеү, техник, тәбиғәт фәндәре берекмәләре) 1950 бала шөғөлләнде. 2024-2025 уҡыу йылында төрлө кимәлдәге 11 ижади конкурстарға  816 эш тапшырылды.

“Заманса мәктәп” төбәк проектын тормошҡа ашырыу ваҡыты сиктәрендә, 2024 йылдың сентябрендә, Ырныҡшы һәм Ҡыҙыл Еҙем урта мәктәптәре нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлешле белем биреү үҙәктәре асылды.

2025 йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Иң яҡшыһы — балаларға” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ун дөйөм белем биреү ойошмаһында федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙы йәлеп итеп, дөйөм суммаһы 2 898 999, 68 һум тәшкил иткән “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” һәм “Хеҙмәт” кабинеттарын ҡорамалдар, уҡытыу һәм тәрбиә биреү саралары менән йыһазландырыу процедураһы башланды.

2-се Архангел мәктәбе нигеҙендә “Юғарыға ос” мәғариф проекты сиктәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модуленең стоматология кабинеты эшләй. Уҡыу йылы дауамында табип-стоматолог 1193 йәш пациентты тикшерә, был уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 61 процентын  тәшкил итә (уҙған уҡыу йылына  ҡарата 27 процентҡа күберәк). Яңы уҡыу йылында был эш дауам итәсәк.

Л.Т. Сәйғәфәрова,

район мәғариф бүлеге начальнигы.

По состоянию на 01 сентября 2024 года на территории Архангельского района функционировали 17 общеобразовательных учреждений, из них: 1 учреждение для детей дошкольного и младшего школьного возраста (начальная школа-детский сад), 1 начальная школа, 4 основные школы, 11 средних школ, а также 3 детских сада, 5 филиалов школ (детские сады), 5 групп дошкольного образования при школах, 4 группы по предшкольному образованию.

 Общее количество обучающихся в 2024-2025 учебном году составило 1949 человек, в 1 класс были зачислены 155 детей, детские сады посещали 790 воспитанников.

 В прошлом учебном году в школах района работали 245 педагогических работников, из которых с высшим образованием – 233 человека, со стажем работы более 20 лет трудились 134 учителя. Средний возраст педагогических работников составляет 47-50 лет, при этом педагогических работников пенсионного возраста – 63 человека (26 %), а учителей в возрасте до 35 лет -  30 человек (12 %).

 Для обеспечения равного доступа к качественному образованию ежедневно осуществлялся подвоз 726 обучающихся (37,2% от общего числа обучающихся) из 43 населенных пунктов в 11 образовательных учреждений на 22 автобусах.

 В 2025 году аттестат об основном общем образовании получили 186 выпускников, 10 из них окончили 9 классов с отличием. Успешно сдали ЕГЭ 75 выпускников и получили аттестат о среднем общем образовании. 12 выпускников закончили школу с отличием и были награждены медалью «За особые успехи в учении»: I степени – 4 выпускника, II степени – 8 выпускников.

 Участники ЕГЭ показали значительный рост значений среднего балла по таким предметам как английский язык (+38) и история (+21) в сравнении с прошлым годом. В этом году 5 ребят показали высокие результаты, набрав от 81 до 90 баллов: 4 высокобалльные работы, традиционно, по русскому языку, 2 работы по информатике и по 1 работе по математике профильного уровня, физике, химии и биологии. От 90 баллов и выше - 2 результата.

 В течение сентября – декабря 2024 года прошли школьный и муниципальный этапы Всероссийской олимпиады школьников. В школьном этапе Олимпиады по 19 учебным предметам приняли участие 887 обучающихся, из которых было определено 591 призовое место. В муниципальном этапе Олимпиады по 19 учебным предметам приняли участие 303 ребенка. По итогам второго этапа определены 30 победителей и 50 призеров. 15 обучающихся из средних школ №1, №2 села Архангельское и средней школы д. Тереклы стали участниками регионального этапа ВСОШ по предметам: история, экология, английский язык, экономика, Труд, ОБЗР, физическая культура. По результатам участия, обучающаяся 11 класса МОБУ СОШ №1 с. Архангельское Хасанова Айлина стала призером регионального этапа ВСОШ по истории.

 В течение учебного года Центром детского творчества и спорта «Импульс» была реализована 71 дополнительная общеобразовательная общеразвивающая программа. В объединениях по шести направленностям (художественная, социально-гуманитарная, физкультурно-спортивная, туристско-краеведческая, техническая, естественнонаучная) занимались 1950 детей. В 2024-2025 учебном году было проведено 11 творческих конкурсов различных уровней, получено 816 работ.

 В сентябре 2024 года, в завершении сроков реализации регионального проекта «Современная школа», на базе средних школ с. Ирныкши и с. Красный Зилим открыты Центры образования естественно-научной и технологической направленности «Точка роста». В 2025 году, в рамках реализации мероприятий федерального проекта «Все лучшее детям» национального проекта «Молодежь и дети», в 10 общеобразовательных организациях начата процедура оснащения кабинетов «Основ безопасности и защиты Родины» и «Труд» оборудованием, средствами обучения и воспитания с привлечением федерального, регионального и муниципального бюджетов в общей сумме 2 898 999, 68 рублей.

 В рамках реализации модуля «Здоровая улыбка» образовательного проекта «Взлетай» работает стоматологический кабинет на базе средней школы №2 с.Архангельское. В течение учебного года стоматологом обследовано 1193 обучающихся, что составляет 61 % от общего количества обучающихся (+27 % к уровню прошлого учебного года). В новом учебном году данная работа будет продолжена.

 Л.Т. Сайгафарова,

начальник МКУ «Отдел образования Администрации МР Архангельский район РБ»                                                               

Автор:Физалия  Ганеева
Читайте нас