Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
27 Августа 2025, 05:05

Районыбыҙға – ике автобус

Күптән түгел республика мәктәптәре рекордлы һанда автобустар һәм еңел машиналар алып ҡыуанды. Ошо йәһәттән “Ҡорос арғымаҡ”тарҙы “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте.

Районыбыҙға – ике автобусРайоныбыҙға – ике автобус
Районыбыҙға – ике автобус

Яңы мәктәп автобустары — көн һайын мәктәпкә йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек. Шуға ла автопаркты яңыртыу эше өҙлөкһөҙ алып барыла. 2019 йылдан алып Башҡортостандағы мәктәптәргә 900-гә яҡын яңы автобус бирелде.  Әлеге көндә тағы ла районыбыҙҙың 1-се Архангел һәм Благовещенка ауылы мәктәбе “бәхетле асҡыс” тар алып ҡыуанды.

– Автобустар билдәләнгән техник стандарттарға яуап бирә, шул иҫәптән хәүефһеҙлек ҡайыштары, тиҙлекте сикләү системаһы һәм башҡалар бар. Бынан тыш, улар тахографтар һәм ГЛОНАСС навигация ҡорамалы менән йыһазландырылған, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты 1-се Архангел мәктәбе директоры Л.М.Курунова.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

–  Бөгөн республиканың ауыл һәм ҡала мәктәптәре директорҙарына 200-ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырҙыҡ. Илебеҙ машиналары федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған. Уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә үтә мөһим хеҙмәте, балаларыбыҙға яҡшы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм.

Районыбыҙға – ике автобус
Районыбыҙға – ике автобус
Автор:Рахимов А.
Читайте нас