Концертты Өфө районының «Березка» балалар һауыҡтырыу лагерында үткәрҙеләр. Балалар МХО-ла ҡатнашыусылар менән осрашты, яугирҙар һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә һуңынан лагерҙа тәрбиәләнеүселәр махсус операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22-27 августа Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә 300-гә яҡын төрлө сара үтә. Программала - балалар өсөн һүрәттәр конкурсы, спорт программалары, тарихи квестар һәм яугирҙар менән осрашыуҙар.