

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Йәштәр менән эшләү — беҙҙең өсөн төп бурыс. Беҙ ҡасандыр был вазифаларыбыҙан китәсәкбеҙ, унан һуң йәш кешеләр киләсәк, улар аңлы рәүештә, тормошта үҙҙәрен дәүләткә, шәхескә ҡарата дөрөҫ позициялаштырыу менән килергә тейеш.
Республикабыҙҙың Йылайыр районында “Илдең берҙәмлеге – берҙәмлек өсөн” йәштәр фестивале гөрләп үтте. Унда район һәм ҡалаларҙан 600-ҙән ашыу йәш замандашыбыҙ ҡатнашты.
Сарала хәрәкәт лидерҙарын, ошо йүнәлештәрҙә эшләүсе белгестәрҙе, студенттарҙы һәм ирекмәндәрҙе, дәүләт йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә өлөш индергәндәрҙе берләштерҙе. Был мөһим сарала беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты.
Йыйын дүрт тематик йүнәлеште берләштерҙе.
“Аҫылташ” форумы. Унда район берләшмәләренең 300-ҙән ашыу вәкиле йыйылды;
– эшләүсе йәштәрҙең туристик слеты;
– студенттар советтары, студент ятаҡтарының профсоюздары активистарының туристик слеты;
– илебеҙҙең ҙур ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары ҡатнашлығында “Бергә” йәштәр форумы.
Фестиваль программаһы мәғариф һәм мәҙәни сараларға бай булды. Ҡатнашыусылар билдәле спикерҙар: киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, уңышлы эшҡыуарҙар, ғалимдар, билдәле блогерҙар, спортсылар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осраша алды.
Бынан тыш, төрлө майҙансыҡта йәштәр үҙ белемен камиллаштырҙы, фекер алышты, тәжрибә тупланы һәм уртаҡлашты. “Росмолодежь. Гранты” майҙансығының эшләүе лә бик файҙалы булды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн РФ Йәштәр эштәре буйынса агентлыҡтың грант ярҙамына проекттар конкурсы ойошторолдо.
Әйткәндәй, фестивалгә муниципалитеттарҙың йәштәр сәйәсәте тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Улар өсөн квалификацияны күтәреү буйынса семинар үтте.
Фестивалдең мөһим өлөшө “Һалдатҡа хат” акцияһы булды. Уның сиктәрендә ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла бурысын үтәүсе яугирҙәребеҙгә теләктәшлек күрһәтеп, тыуған яҡ сәләмен юллап, хат яҙҙы.
“Илдең берҙәмлеге – берҙәмлек өсөн” сараһының йәнә бер матур өлөшө иҫәбендә “Көслөләр уҙышы” менән ”Ҡымыҙ йолаһы” булды. Уҡтан атыу, халыҡ һәм өҫтәл уйындары, спорт ярыштары, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙған майҙансыҡтар гөжләп торҙо. Кисен иһә республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары майҙан тотто.
Был саралар менән бер рәттән йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре һәм эштәре буйынса белгестәр менән “Тышҡы хәүеф шарттарында Башҡортостан йәштәрен тәрбиәләү” темаһына арналған стратегик сессия үтте.
Фестивалдең һәр көнө усаҡ янында тере музыка һәм йылы осрашыуҙар менән тамамланды. Унда ҡатнашыусылар тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм көнгә йомғаҡ яһаны. Тәжрибә уртаҡлашыу һәм республиканың әүҙем йәштәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ эшен ойоштороу фестивалдең төп ҡаҙанышы булды.
Әйткәндәй, был берҙәмлек сараһы БР Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелде.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм
спорт буйынса комитет рәйесе.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.