

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Әлеге ваҡытта Республиканың төп маҡсаттарының береһе — 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырыу.
Үҙәк район дауаханаһында “Шәкәр диабеты мәктәбе” ойошторолдо. Осрашыуҙы Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының табип-эндокринологы Ирина Миһранова үткәрҙе.
Аралашыу йәнле әңгәмә рәүешендә үтте, был йыйылыусыларға фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Ирина Фәнүз ҡыҙы диабет ваҡытында диета үҙенсәлектәренә, дарыуҙар һайлауға һәм өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеүгә ҡағылышлы күп һанлы һорауҙарға яуап бирҙе.
— Шәкәр диабеты – ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны инсулиндың бөтөнләй йәки тейешле күләмдә бүленмәүенә һәм организмда углеводты, майҙы, аҡһымды үҙләштереү эшмәкәрлегенең эштән сығыуына бәйле эндокрин системаһы сире.
Уның беренсе төр билдәләре ҡапыл килеп сыға. Кешелә һыуһау, ашап туймау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, ябығыу һәм хәлһеҙлек, күреү һәләте түбәнәйеүе күҙәтелә. Диабеттың икенсе төрө артыҡ тән ауырлығынан һәм аҙ хәрәкәт иткәнлектән килеп сыға. Ул күпселек осраҡта элек оло йәштәгеләрҙә генә күҙәтелһә, бөгөн балаларҙа булыуы ла йыш асыҡлана.
Шәкәр диабеты менән ауырыған кеше табип ҡушҡандарҙы үтәүҙән тыш, үҙе лә дауалау барышына бик яуаплы ҡарарға тейеш. Бының өсөн уның был сир хаҡында яҡшы белеүе һәм төрлө хәлдәрҙә дауалау алымдарын үҙ аллы ҡуллана алыуы мотлаҡ.
Килеүселәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм эндокринолог-табиптан файҙалы кәңәштәр ҙә алды. Иғтибар айырыуса тулы ҡиммәтле баланслы туҡланыуға йүнәлтелде. Ҡатнашыусылар ниндәй аҙыҡ-түлектән баш тартырға кәрәклеген, ә ҡайһыһын, киреһенсә, үҙ рационына индерергә кәрәклеген белде. Табип даими ашауҙың һәм углеводтар ҡулланыуҙы контролдә тотоуҙың мөһимлегенә баҫым яһаны. Файҙалы ризыҡтар әҙерләү буйынса практик кәңәштәр тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Диабет мәктәбе” һөҙөмтәләре буйынса пациенттар файҙалы белем генә түгел, ә табиптың тәҡдимдәренә ярашлы йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә дәлилдәр алды. Бындай сараларға даими йөрөү ауырыуҙарға сир менән идара итеүҙә үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойорға һәм уларҙың дөйөм хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Гөлшат Кинйәбаева,
үҙәк район дауаханаһының дауалау эше буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.
Фото үҙәк район дауахана сайтынан алынды.