

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында урмансылыҡ идаралыҡтарының урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторҙары менән семинар үткәрелде.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты (федеральный проект “Сохранение лесов”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Урман инспекторҙары эшенең һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ урман мөнәсәбәттәрен хоҡуҡи көйләү аспекттары, урман һағы, административ эштәр буйынса административ производство тураһында һөйләштеләр. Урманды файҙаланыу тармағындағы енәйәттәрҙе тикшереү һәм асыу, уларҙы асыҡлау, булдырмау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде.
Тулыһынса мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-07-14/urmandy-a-lau-tura-ynda-bar-y-4312949