

Кәрәк була: 4 лимон, 8 стакан шәкәр, 1 стакан һыу.
Лимонды йыуабыҙ ҙә дүрткә бүләбеҙ. Төштәрен алып ит турағыстан үткәрәбеҙ. 1 стакан һыуға шәкәр һалып, утҡа ултыртып болғатып, сироп яһарға кәрәк. Үткәрелгән лимонға ҡушырға һәм тағы ла 20 минут тирәһе ҡайнатырға.
Бик тәмле әскелтем ҡайнатма килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: "Подслушано. Зианчура" төркөмөнән