

Нефтекама дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, электрокардиограмманы һәм артериаль баҫымды тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүсе ике комплекс алынды.
Был комплекстар йөрәк эшмәкәрлеге торошон тәүлек буйына күҙәтергә ярҙам итә. Улар электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Бындай тикшереү табипҡа ғәҙәттәге ЭКГ тикшереүенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәт бирә. Комплекс йөрәк ритмын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа үҙгәрештәрҙе нығыраҡ асыҡлай.