Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
8 Июль 2025, 04:46

Кейәү үләне – күп йәһәттән файҙалы

Халыҡ медицинаһында был дарыу үләнен невралгиянан, гипертониянан, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, быуындар һәм мускулдар һыҙлағанда, һәм бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ та тәҡдим итәләр. Төнәтмә эшләү рецебы яҙмала. 

Кейәү үләне – күп йәһәттән файҙалыКейәү үләне – күп йәһәттән файҙалы
Кейәү үләне – күп йәһәттән файҙалы

Кейәү үләне (чабрец)

Кейәү үләненең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында ла күптән билдәле. Шифалы үлән май аҙағынан алып сентябргә тиклем сәскә ата. Эфир майҙарына бай, хуш еҫе һәм дауалау үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Составында шулай флавоноидтар, дубиль матдәләр, камедь, сайыр, олеанол, урсол, хина кислотаһы, сапониндар бар.

Кейәү үләнен медицинала ғына түгел, аш-һыу әҙерләүҙә лә, парфюмерияла ла киң файҙаланалар. Көслө, әскелтем тәмгә эйә булғаны өсөн аш-һыу әҙерләгәндә иткә, ҡаҡланған ризыҡтарға ҡушалар. Унан алынған бал хуш еҫле һәм бик тә файҙалы. Хуш еҫле был үлән сәйгә лә бик үҙенсәлекле тәм бирә.

Тулыһынса мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-07-08/key-l-ne-k-p-y-tt-n-fay-aly-4305932 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас