Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
8 Июль 2025, 04:48

Халыҡтың 4 миллион һум аҡсаһын урлағандар

Республика эске  эштәр органдарының дежур хеҙмәттәренә аҡсаларын урлауҙары тураһындағы 10 ялыу килгән. 

Халыҡтың 4 миллион һум аҡсаһын урлағандарХалыҡтың 4 миллион һум аҡсаһын урлағандар
Халыҡтың 4 миллион һум аҡсаһын урлағандар

Республика эске  эштәр органдарының дежур хеҙмәттәренә аҡсаларын урлауҙары тураһындағы 10 ялыу килгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына ошо ҡалала йәшәгән 46 йәшлек кеше мөрәжәғәт иткән. Уға мессенджерҙан билдәһеҙ кешенән хәбәр алған. Унда әйтелгәнсә, был хәбәрҙе, йәнәһе, ошо граждан эшләп киткән ойошманан ебәрәләр, хәбәрҙә ойошманың элекке хеҙмәткәрҙәрен тикшереү барышы тураһында һүҙ бара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының мөрәжәғәт итеү ихтималлығы хаҡында иҫкәртелә. Артабан үҙен Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте белгесе тип атаған кеше был граждандың банктағы иҫәбенән “сит ил иҫәптәрен финанслау” бара ти. Быны туҡтатыу өсөн иҫәпте “яңыртыу” талап ителә икән. Ахырҙа ошо ир енәйәтсе күрһәткән иҫәпкә ике миллион һум аҡсаһын күсерә. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас