Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
8 Июль 2025, 04:49

Аллергия сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы бара

Йәйге осор – үҫемлектәрҙең ҡотороп сәскә атҡан осоро. Июлдә, мәҫәлән, аллергенлы әрем, алабута, кесерткән, арыш сәскә ата. Көньяҡ төбәктәрҙә айҙың икенсе яртыһында амброзия сәскә ата башлай. Ул – иң көслө аллергендарҙың береһе. 

Аллергия сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы бараАллергия сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы бара
Аллергия сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы бара

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя аллергия менән көрәш көнө хөрмәтенә 7–13 июлдә Аллергия сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Тере организмдың айырым матдәгә йәки аллергендарға ныҡ һиҙгерлек торошо аллергия тип атала. Аллергия лайлалы тиресәнең көслө ҡуҙғыуы, тиренең сабыртмалар менән ҡапланыуы, дөйөм хәлһеҙлек һәм башҡа билдәләр менән  барыуы мөмкин. Бөтә донъяла аллергияның тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Халыҡтың 30-40 процентында бер йәки бер нисә аллергия сирен асыҡлайҙар.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас