

Өфөлә йәш ғалимдәр съезы дауам итә. Бөгөн Конгрес-холлда “Сибур ПолиЛаб” компанияһының вәкилдәре сығыш яһаны. Һүҙ йәш ғалимдәргә нисек комания менән бергә эшләргә, уларҙың бизнес партнеры булырға тураһында барҙы.
Фекер алышыуҙа “Сибур ПолиЛаб”тың директоры Евгений Степанов ҡатнашты. Ул йәш ғалимдәргә кәңәштәр бирҙе.
- Йәш ғалимдар йыш ҡына компанияның образын һәм уның ихтыяждарын формалаштыра, тик улар уның ысынбарлыҡта нимәгә мохтажлығын күҙ алдына ла килтермәй. Сибурға үҙ эшләнмәләрен тәҡдим итер алдынан, производствоның нимә икәнен һәм уның нимәгә ынтылыуын аныҡ аңларға кәрәк. Был, моғайын, төп кәңәш, - тине Егор Степанов.