Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
4 Июль 2025, 04:07

Рәсәй фәнни фонды йәш ғалимдарға нисек ярҙам итә?

2024 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, йыл дауамында 10 меңдән ашыу ғилми проект һәм программа яҡлау тапҡан, йәмғеһе 39,2 миллиард һумға торошло финанс ярҙамы күрһәтелгән. 

Рәсәй фәнни фонды йәш ғалимдарға нисек ярҙам итә?Рәсәй фәнни фонды йәш ғалимдарға нисек ярҙам итә?
Рәсәй фәнни фонды йәш ғалимдарға нисек ярҙам итә?

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үҙ эшен дауам итә. Бөгөн, 3 июлдә, йәш ғалимдар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолған фекер алышыуҙарҙа, панель дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.

Рәсәй фәнни фонды тарафынан ойошторолған “Рәсәй фәнни фондының грант ярҙамы” тип аталған семинар ҙа бихисап йәштәрҙе тупланы. Ғөмүмән, фонд бөгөнгө көн дауамында съезда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы саралар тәҡдим итә: семинарҙан тыш, “Асыҡ микрофон” алымында йәш ғалимдарҙың һорауҙарына яуап биреү һәм стратегик сессия ойошторола.

Тулыраҡ мәғлүмәт https://bashgazet.ru/news/belem-m-t-rbi/2025-07-03/r-s-y-f-nni-fondy-y-sh-alimdar-a-nisek-yar-am-it-4300458 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас