Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
2 Июль 2025, 10:12

Фән һәм технологиялар ун йыллығы йәш ғалимдарға яңы мөмкинлектәр аса

Дискуссия майҙансығында сығыш яһаусылар Фән һәм технологиялар ун йыллығында билдәләнгән инициативалар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе, уларға ярашлы эш алып барыусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 

Фән һәм технологиялар ун йыллығы йәш ғалимдарға яңы мөмкинлектәр асаФән һәм технологиялар ун йыллығы йәш ғалимдарға яңы мөмкинлектәр аса
Фән һәм технологиялар ун йыллығы йәш ғалимдарға яңы мөмкинлектәр аса

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үҙ эшен дауам итә. Йәш ғалимдар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолған фекер алышыуҙарҙа, панель дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.

“Фән һәм технологиялар ун йыллығы: бөтәһе өсөн дә инициативалар” панель дискуссияһында һүҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығы, унда билдәләнгән башланғыстар, проекттар һәм саралар тураһында барҙы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас