

VII “Табын – фест” йәштәр фестивале Дәүләкәндә үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылдарына арналды. Быйыл республиканың Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Әбйәлил, Дәүләкән райондарынан килгән делегаттар спорт ярыштарында, сәсәндәр бәйгеһендә, халыҡ кәсебе күргәҙмәһендә, “Табын һылыуы”, “Табын батыры” конкурстарында ҡатнашты.
Фестиваль быуындар бәйләнешен нығытыу, йәштәрҙең әүҙем өлөшөн тағы ла берләштереү, заман йәштәрендә быуын-этник оҡшашлыҡ булдырыу маҡсатында ойошторолдо. Быйыл ул Йәштәр көнө менән тап килде. Йыйын күп йылдар дауамында хәҙерге һәм үткән заман тарихы үрелеп барған табын ырыуы вәкилдәренең һәләттәре асылған һәм Башҡортостандың йәштәре өсөн мөмкинлектәр майҙансығы булып хеҙмәт итә. Төп ваҡиғалар Дәүләкән ҡалаһының Үҙәк паркында үтте. Бында ҡунаҡтарҙы ололап ҡаршы алдылар. Табын йәштәре өсөн бай йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле программа әҙерләнгән ине.
Дәүләкән район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ҡунаҡтарҙы сәләмләп, был фестиваль традицияларҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, ә экологик мәҙәниәтте, тәбиғәткә ҡарата яуаплылыҡты тәрбиәләй һәм йәштәрҙең ижади әүҙемлегенә булышлыҡ итә, тип билдәләп үтте. Ул үҙ сығышында йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә был сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фестивалде асыу тантанаһынан һуң, беренсе көндә үткән саралар һөҙөмтәләре иғлан ителде. “Бәйге” һәм сәсәндәр конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Сәсәндәр араһында үткәрелгән әйтештә, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҙур маһирлыҡ күрһәтеп, 3-сө дәрәжә дипломға Абҙандан Индира Яғшымбәтова лайык булды.
Ҡыҙҙар “Табын һылыуы” исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә уңғанлыҡта, зирәклектә, ижади оҫталыҡта һынау тотто, һүҙ-тел маһирлығын да күрһәтте. Беҙҙең район данын район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең зоотехнигы, сығышы менән Горный ауылынан булған Әлиә Рәшитова яҡланы. Бәйгенең был төрө милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын күрһәтеү, гүзәлдәребеҙҙең ижади мөмкинлектәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижад төрөнә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.
Береһенән-береһе матур, нәҙекәй билле, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, зауыҡлы башҡорт кейемендәге ҡыҙҙарҙың сығыштары тамашасыларҙы әсир итеп, халҡыбыҙҙың тарихына, хозур тыуған еребеҙҙең даръяларына алып киткәндәй булды.
Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе, ғаиләһе, хыялдары, маҡсаттары тураһында һөйләне. Әйтелгәндәр тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтһен, йөрәктәренә үтеп инһен өсөн һылыуҡайҙар үҙҙәренең уй-хистәрен һүҙ оҫталыҡтары аша еткерҙе, бының өсөн шиғри юлдарҙы ла файҙаланды. Сығыштарҙың милли колорит, рух көсө менән һуғарылыуы, һис юғында, сибәркәйҙәрҙең серле ҡурай моңолай наҙлы, яғымлы башҡорт телен, данлыҡлы, бай тарихлы тыуған яҡтарын сикһеҙ яратыуына һис шик ҡалдырманы. “Дефиле” конкурсында килешле күлдәк-костюмдарҙа, табын башҡорттарына ғына хас ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрендә бар ҡыҙҙар үҙҙәренең ысын һылыуҡай икәнен күрһәтте. Сибәркәйҙәр матур, наҙлы, һомғол буйлы ғына түгел, һәләтле лә булып сыҡты. Улар йырҙа, бейеүҙә, музыкаль ҡоралдарҙа уйнауҙа, оҫта һөйләүҙә майҙан тотто. Артабан аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтте, тамашасылар һәм баһалама комиссия ағзалары хөкөмөнә йоланан өҙөк тә тәҡдим ителде. Дәртләндерергә, уларға илһам бирергә килгән яҡташтары көслө алҡыштар менән конкурсанттарға көс-дәрт өҫтәгәндәй булды.
Әлиә Рәшитова бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп сығып, “Табын һылыуы” тажына лайыҡ булды. Гран-при бүләген уға Табын ырыуының ғор башы, фестивалдең төп ойоштороусыһы Ниязбай Сәлимов тапшырҙы.
"Табын батыры" конкурсында райондашыбыҙ Урал Хызыров яҡланы. Яҡташыбыҙ бөтә конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһаны. Ул жюри ағзаларына ҡурайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә арналған маршты тәҡдим итте. Көй барыһының да күңеленә үтеп инде һәм ҙур алҡыштар менән ҡаршы алынды.
Тәүәкәс ауылынан Гөлнара Ташбулатованың ҡул эштәре һәм Орловканан Фәнисә Гольцованың һуҡма балаҫтар күргәҙмәһе сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Фестиваль барышында район мәҙәниәт йортоноң “Табын” фольклор төркөмөнөң (етәксеһе Сәриә Мағазова) сығышы үҙе бер биҙәк булды. Улар “Яҙҙың шифалы үләндәрен йыйыу” йолаһын сәхнәләштереп, дәррәү алҡыштарға күмелде.
Йәштәр ҡаласығында көн дауамында төрлө спорт ярыштары гөрләп торҙо. Атап әйткәндә, Айнур Хәсәнов етәкселегендәге волейбол командаһы чемпион исемен яуланы. Шахмат буйынса 1-се таҡтала Альберт Рәхимов, 3-селә Азалия Урманцева – “алтын”, ә 2-се таҡтала Руслан Мәзитов “көмөш” миҙалға лайыҡ булды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шахмат һәм шашка буйынса ла йыйылма командабыҙ беренсе урынға сыҡты. Уҡтан атыу буйынса гүзәл заттарҙан иң күп мәрәйҙе Сирень Моратова йыйҙы (дөйөм командалар араһында яҡташтарыбыҙ – өсөнсө). Шулай уҡ, районыбыҙ “Табынфест-2025” фестивалендә мастреслинг (таяҡ-тартыш) ярышын үткәрҙе. Унда яҡташтарыбыҙ икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Шулай итеп, барлыҡ төр сығыштар иҫәпләнеп, дөйөм мәрәйҙәр һаны асыҡланғандан һуң, районыбыҙ “Табын-фест”та икенсе урын яуланы. Йыйын һуңында “Табын – фест” штандарты тантаналы рәүештә Архангел районына тапшырылды — тап беҙҙә 2026 йылда киләһе фестиваль үтәсәк.
Эстафетаны Архангел табындарының ҡор башы Таһир Рәхмәтуллин ҡабул итеп алды. Таһир Әҙил улы фестивалде юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн дәүләкәндәргә ҙур рәхмәт әйтеп, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы киләһе йыл Архангел ерендә күрергә теләүен белдерҙе.