

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.
Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында иген эшкәртеү тауары һынауҙарҙы уңышлы үткән.
“Хәүефле карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған, Башҡортостандан бойҙай көрпәһен импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә”, – тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.
Фото: 102.fsvps.gov.ru.