Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Июнь 2025, 06:04

Яугирҙәргә миндек әҙерләнгән

Улар - "Тыуған тыл.Хәйбулла" ирекмәндәр төркөмөнөң иң әүҙем ир - егеттәре. 

Яугирҙәргә миндек әҙерләнгәнЯугирҙәргә миндек әҙерләнгән
Яугирҙәргә миндек әҙерләнгән

"Тыуған тыл. Хәйбулла" ирекмәндәр төркөмөнөң иң әүҙем ир егеттәре тип йәнтештәрҙе атаһаҡ һис тә яңылыш булмаҫ. Районыбыҙҙа ир - егеттәр ҡорон йыйып, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашып дауам иткән уларҙың эштәре маҡтауға лайыҡ һәм күптәргә өлгө булып тора.


Ошо көндәрҙә ауыл әүҙемселәре етәкселәре Лена Фуат ҡыҙы Ултыраҡова менән берлектә көрәк һаптары, шифалы мунса япраҡтары (миндектәр) бәйләп бик кәрәкле эш эшләп тә ҡуйҙылар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ебәрерлек бер өлөш ярҙам әҙер һәм дә башҡа ауыл биләмәләре лә ошо сауаплы эшкә ҡушылырҙар тигән теләктә ҡалабыҙ.
Афарин, йәнтештәр!" - тип хәбәр итә "Тыуған тыл. Хәйбулла" төркөмө.

Фото: Лена Ултыраҡова 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас