Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Июнь 2025, 04:34

Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған

Фажиғәле хәл Архангел районында булған.    

Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалғанЕңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған
Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған

Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 20-се километрында, авария теркәлгән.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәр буйынса, 67 йәшлек водитель “Шевроле Нива” автомашинаһында ҡаршы килгән “Ситрак” йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була, уның 40 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.

Хөрмәтле водителдәр, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: Дәүләт автоинспекция видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас