

Үткән ял көндәрендә ике ҡатын аферистарҙың тоҙағына эләккән, асыҡлабыраҡ әйткәндә, ханымдар ҙур суммала аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Әйткәндәй, мутлашыусылар ҡара эш алымын ҡулланған – йәнәһе лә, улар хоҡуҡ һаҡлау органдарынан йәки банк хеҙмәткәре. Шулай итеп, "хәүефһеҙ иҫәп"кә тегеләр быларҙан аҡса күсерттергән.
Хәҙер һандарға күҙ йүгертәйек. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан 58 йәшлек ҡатын бер миллион 500 мең һум аҡсаһын хәйлә юл менән аҡса эшләүселәргә ебәргән. "Һеҙҙең турала бөтәһен дә тикшерәсәкбеҙ, бында бер ниндәй ҙә алдашыу юҡ, тип аңлатты бер ҡыҙыҡай тауышы һәм телефонын ФСБ хеҙмәткәренә һәм Үҙәк банк белгесенә бирәм, тине", – тип һөйләй ул.
Имеш, улар был ҡатындың иҫәбендәге аҡсаларҙың сит ил кешеләренә китеү-китмәүен тикшергән, әгәр улай була ҡалһа, күсерелгән һәм күсерелергә тейешле аҡсаларҙы туҡтатасаҡтар.
Шишмә районынан медицина хеҙмәткәре бер миллиондан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Хәл түбәндәгесә булған. Уға килтереп биреү хеҙмәтенән шылтыратҡандар. "Һеҙҙең исемгә заказ буйынса хат килде", – тигәндәр. Уны алыу өсөн ҡушымтанан кодты әйтергә ҡушҡандар. Ҡыҫҡаһы, мутлашыусылар дәүләт хеҙмәтенә үтеп инә алған...
Ошоларҙы иҫтә тоторға кәрәк: ФСБ йәки МВД һәм банк хеҙмәткәрҙәре мессенджер аша шылтыратмай һәм аҡса күсереүҙе талап итмәй. Шикле кешенән шылтыратыу ишетһәгеҙ, телефонды алмағыҙ, аҙаҡтан рәсми учреждениеға шылтыратып был турала әйтегеҙ. Смс-тан килгән кодты берәү гә лә бирмәгеҙ, ҡушымтаны ла әйтмәгеҙ. Был йүнәлештә бик һаҡ булығыҙ!