

2025 йылдың 1 июленә ҡәҙәр Рәсәйҙәге сит ил граждандары быға тиклем һатып алған sim-карталарын ҡайтанан теркәтергә бурыслы.
Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк: паспорт (ул булмаһа, йәшәү тураһында документ, ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы йәки ҡасаҡтың танытмаһы), СНИЛС, электрон адрес, әгәр ҙә документ рус телендә булмаһа, паспорттың нотариаль тәржемәһе талап ителә.
Артабан дәүләт хеҙмәтендә теркәлеү үтеү зарур, биометрия тураһында ла онотмағыҙ һәм кеҫә телефоны салонына барып sim-картаны киренән теркәтәһең.