Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
18 Июнь 2025, 04:41

Һаҡ булығыҙ, һыу йәлләп тормай

1 июндән республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асылды. Быйыл йөҙөргә һәм ҡыҙынырға яратыусылар өсөн 366 ял урыны әҙерләнгән. Синоптиктар фаразлауынса, быйыл йәй эҫе булмаҡсы. Тимәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа батыусылар һаны күбәйеүе ихтимал. Күъелһеҙ осраҡтарға тарымаҫ өсөн районда ҙур эштәр башҡарыла.

Һаҡ булығыҙ,  һыу йәлләп тормайҺаҡ булығыҙ,  һыу йәлләп тормай
Һаҡ булығыҙ, һыу йәлләп тормай

Ошо көндәрҙә район биләмәһендә Инйәр йылғаһында ял итеүселәр менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр Дәүләт комитеты рәйес урынбаҫары Ғәзиз Манапов, район хакимиәте урынбаҫары Урал Шаһиев,  райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Рөстәм Сәйфетдинов, шулай уҡ комиссия ағзалары тарафынан рейд үткәрелде. Осрашыу барышында белгетәр туристарға һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса әңгәмә ойошторҙо. Бер рәттән, янғын сығыу осрағын булдырмаҫ өсөн аңлатма эштәрен дә алып барҙы. Ҡала мөхитен, тәбиғәткә алмаштырыусыларға ял көндәрен имен-аман үткәреү буйынса махсус иҫкәртмәләр тапшырылды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас