

Ишембай–Воскресенск–Мәләүез араһында 10 километр юл ремонтлана. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Воскресенск һәм Верхотор араһындағы юл участкаһында эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла. Бында ваҡ таш-ҡом ҡатнашмаһынан юл нигеҙе эшләнә.
-Был юл Ишембай һәм Мәләүез райондары ауылдарының транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шулай уҡ ул туристик йүнәлештәрҙең береһе. Верхоторҙа баҡыр иретеү заводы урынлашҡан, ул 18 быуатта уҡ төҙөлгән. Заманында ул Көньяҡ Уралда иң ҙур металлургия производстволарының береһе булған. Шуға ла был юлда хәүефһеҙлек булдырыу мөһим, - ти Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакаева.
Тәүҙә был юлға ваҡ таш түшәлгән булған. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бында капиталь ремонт башҡарылған. 2025 йылда алты километр оҙонлоғондағы участокты файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. Киләһе йылда был юлда тағы ла дүрт километрҙы эшләү ниәтләнә.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.