Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
17 Июнь 2025, 04:19

Евразия йөрәгенә сәйәхәт башланды

Биш дәүләт үҫеш юлын һайланы. 

Евразия йөрәгенә сәйәхәт башландыЕвразия йөрәгенә сәйәхәт башланды
Евразия йөрәгенә сәйәхәт башланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Евразия-2025 йөрәгенә сәйәхәт" проекты буйынса пленар сессияла ҡатнашты. Сара Евразия ғилми-ғәмәли үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уңышлы проект тураһында былай тине:

– Һеҙҙең инициативаны берләштергән ошо биш дәүләт үҫеш юлын һайланы. Улар араһында тығыҙ социаль-иҡтисади, гуманитар һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырылған. Ошо проект тирәләй дуҫлашырға теләгәндәр йыйылған. Был шул тиклем һәйбәт. Һеҙҙең маршрут Башҡортостан аша үтә, беҙ быға ныҡ шат. Евразия хеҙмәттәшлегенә, Евразия тарихына етди әһәмиәт бирәбеҙ.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостанда 150 милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй, улар бер-береһенә ҙур хөрмәт менән ҡарай. Беҙҙә Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлә. Башҡортостан – асыҡ һауалағы этнография музей төбәге.

Әйткәндәй, Мәскәүҙә "Евразия йөрәгенә сәйәхәт" халыҡ-ара гуманитар-эшлекле экспедицияһы башланды. Унда Рәсәйҙең һәм Үҙәк Азияның 30 ҡалаһы ҡатнаша, сара 51 көн дауам итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.   

Автор:Рахимов А.
Читайте нас