Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
17 Июнь 2025, 10:08

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға

Был доғалар үҙеңә именлек теләгәндә, бәлә китеүен теләгәндә уҡыла.  

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доғаҮҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға
Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға 

«Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәкәуүли ғәфийәтикә уә фүж*әти ниҡмәтикә үә жәмиғи сүхтик».

Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам».

Бәләнең китеүең теләп уҡыла торған доға 

"Бисмилләһир-рахманир-рахим. Лә иләһә иллә әнтә сөбханәкә инни күнтүх минәс залимин. Йә фәттах ифтәхләнә хайрал-баб. Аллаһүммә нәжжинә минән ҡаумиз залимин. Әнтә мәүләнә фәнсурна ғәләл ҡаумил кәфирин. Иннә фәтәхна ләкә фәтхам мубинә. Үә йәнсуракәлләһү насран газизә ләһәүлә үәлә ҡеүәттә иллә билләһи ғәлиййил газыйм, йә Рәхман, йә Рәхим, йә әрхамәр рәхимин".

Мәғәнәһе: «Һин һәр нәмәнән бөйөкһөң, Аллаһым! һиңә тәсбих итәмен. Эй, ҡолдарыңа бөтөн ишектәрҙе асыусы Аллаһ! Миңә изге юлдар ас, залим кешеләрҙән ҡотҡар һәм һаҡла». 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас