

Өфөлә урмансы Георгий Рутто исемендәге дендропаркта «Баш ҡаланың йәшел йөрәге» экология акцияһы үтте. Ул «Экологик именлек» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
Унда ҡаланың төрлө райондарынан экологтар, депутаттар, уҡыусылар һәм педагогтар ҡатнашты. Сара #Марафонзеленыхдел Бөтә Рәсәй экология акцияһы ваҡытында үтте. Балалар Өфөнөң тәбиғи-фәнни йүнәлешле өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары һәм ирекмән-экологтар әҙерләгән танып белеү оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашты. Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Өҫтәмә белем биреү педагогы Лилиә Әхмәтова балаларға туҡыма киҫәктәренән күбәләк яһау алымын күрһәтте.
Бынан тыш, ҡатнашыусылар велошредерҙа пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеп ҡарай алды. Уҡыусылар велосипед педалдарын әйләндереп, ҡапҡастарҙы ваҡлау механизмын хәрәкәткә килтерҙе. Шулай уҡ балалар спилс-карталар йыйыуҙа ярышты, импровизацияланған палеонтологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнашты, «Аҡтырнаҡ» клубынан этле оҙатыусылар менән танышты. Шулай уҡ улар «Фортуна» экология үҙәге педагогтары менән бергә композициялар – флорариумдар төҙөнө һәм экотренер Альбина Сөләймәнованың оҫталыҡ дәресендә йорт хайуандары өсөн иҫке туҡыманан уйынсыҡтар эшләне.
«Экологик именлек» милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.