Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
17 Июнь 2025, 04:12

54 ярҙам төрө ғәмәлдә

Башҡортостан яугирҙәре яҡлаулы. 

54 ярҙам төрө ғәмәлдә54 ярҙам төрө ғәмәлдә
54 ярҙам төрө ғәмәлдә

Башҡортостан махсус хәрби операция башланыу менән республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙәргә, ветерандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ҙур эш башҡара. Быға тиклем беҙҙә 40-тан ашыу ярҙам төрө эшләп килде. Әле иһә уларҙың һаны 54-кә тиклем еткән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын үткәреү планы 99 сараны үҙ эсенә ала. Уларҙың үтәлеш кимәле 68 процент тәшкил иткән. Документ Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылының төп ваҡиғалары менән яраштырылған һәм тематик бүлектәр буйынса төркөмдәргә бүленгән. Улар иҫәбендә – ойоштороу мәсьәләләре, гуманитар ярҙам күрһәтеү, муниципалитеттарҙа үткәреүгә тәҡдим ителгән иҫтәлекле даталар календары, һаулыҡты һаҡлау һәм социаль-хеҙмәт адаптацияһы буйынса саралар, шулай уҡ мәҙәни-ял, спорт һәм патриотик саралар.

– Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ултырыштарын айына ике тапҡыр үткәрәбеҙ, уларҙың береһе – күсмә, унда мотлаҡ яугирҙәрҙе ҡабул итеүҙе ойошторабыҙ, - тине Руслан Хәбибов.

- Шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары менән берлектә урындарҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәктәрен асыуҙы өйрәнәбеҙ. Хәҙер улар республикала – алты, 2025 йыл аҙағына тиклем тағы ла шул саманы асасаҡбыҙ.

Вице-премьер билдәләүенсә, “Хәстәрлек поезы” акцияһы ҙур яңғыраш алды. Алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә Хеҙмәт министрлығы һәм уның ведомство ҡарамағындағы учреждениелар, Социаль фонд, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы, медицина-социаль экспертиза бюроһы, район дауаханалары белгестәре консультация бирә.

Башҡортостанда адаптив спортҡа ла ҙур иғтибар бүленә. Атап әйткәндә, күнекмәләр 56 физкультура-спорт ойошмаһында үтә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең шөғөлдәре өсөн яраҡлаштырылған 5 713 ҡоролма эшләй. Адаптив физик культура менән 811 учреждениела, шул иҫәптән реабилитация үҙәктәрендә шөғөлләнәләр. Республикала ветерандарҙан һәм ғәмәлдәге хәрбиҙәрҙән 10 дисциплина буйынса спорт командалары ойошторолдо: пуля менән атыу, уҡтан атыу, пауэрлифтинг, армрестлинг, өҫтәл теннисы, ултырып волейбол, саңғы ярыштары, биатлон, следж-хоккей һәм тау саңғыһы спорты.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың яҡындары менән эш “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы менән берлектә өҙлөкһөҙ алып барыла, тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Яңы саралар исемлегенә теш протездары менән тәьмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеүгә сертификаттар биреү, планлы дауаханаға һалыуҙы көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, ярҙам саралары күрһәтеүгә ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү буйынса бушлай күсмә хеҙмәтләндереү күрһәтеү өҫтәлгән.

Шулай уҡ Руслан Хәбибов “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы бинаһында урынлашҡан МХО яугирҙәре һәм инвалидтары өсөн ойошторолған реабилитация үҙәгенең беренсе корпусында ремонт эштәре 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамланасаҡ тип хәбәр итте.

– Республика реабилитация үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн — социаль яраҡлашыуға, реабилитацияға, иң мөһиме, яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға тулыһынса булышлыҡ итәсәк ваҡытлы ҡарар тип иҫәпләйем, - тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ветерандарҙы реабилитациялау һәм эшкә урынлаштырыу буйынса яйға һалынған эште тәьмин итеү өсөн ведомстволар һәм ойошмаларҙың көстәрен берләштереү кәрәклегенә иғтибар итте.

– Республикаға бер сама яугирҙәр ҡайтҡан да инде – кемдер яраланған, кемдер оло йәшкә еткән, кемдер башҡа сәбәптәр буйынса, - тине Радий Хәбиров. - Әммә МХО тамамланғас һәм бөтә хәрбиҙәр ҡайтҡас, беҙҙе ҙур күләмдәге эш көтәУға әҙер булырға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Автор:Рахимов А.
Читайте нас