

Бал ҡортоноң сағыуы ауыр аллергия реакцияһы тыуҙырыуы ихтимал. Элек бындай хәлгә тарымаған кешеләрҙең дә аллергияға дусар булыуы мөмкин.
Ғәҙәттә бал ҡорто саҡҡанда тәндең шул урынында бер аҙ ауыртыу, ҡыҙарыу, ҡысыу, шешеү күҙәтелә. Был хәл хәүеф тыуҙырмай. Ҡайһы саҡта тәнгә сабыртмалар сығыуы, йөҙҙөң, ирендәрҙең һәм телдең шешенеүе, тын алырға һауа етешмәүе, ҡорһаҡ мускулдары ҡыҫылыуы, диарея башланыуы ихтимал. Бындай аллергия билдәләрен күреү менән “ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ!
Бал ҡорто саҡҡанда кешегә нисек ярҙам итергә? Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, тәндәге ҡаҙауҙы мөмкин тиклем тиҙерәк һурып алырға кәрәк. Бының өсөн пинцет йәки энәне файҙаланырға мөмкин. Ҡаҙауҙың үҙенә тотонорға кәрәк, ә ағыулы ҡапсығына түгел.
Ҡаҙауҙы тартып алғандан һуң яраны һабынлы һыу менән йыуығыҙ, ауыртыу һәм шеш баҫылһын өсөн боҙ һалығыҙ. Аллергияның тәүге билдәләрен күреү менән антигстаминлы препараттарҙы ҡабул итергә кәрәк. Улар араһында дүрт быуын препараттары бар. Иң арзан тәүге быуын дарыуҙарын белмәгән кеше юҡтыр ҙа – димедрол, супрастин, тавегил һәм башҡалар. Һәр хәлдә йорт аптечкаһында уларҙың ҡайһыһы булһа ла ятырға тейеш.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.