– Яҙғы саҡырылыш штат режимында бары. Медицина күҙәтеүенән һуң, район саҡырыу комиссияһы ултырышы медицина һығымтаһы нигеҙендә егеттең хеҙмәткә ебәрелеүе йәки унан азат ителеүе йәки ярты йылдан һуң, әгәр ваҡытлыса һаулыҡ менән мәсьәләләләр булһа, ҡабаттан тикшереүгә саҡырылыуы тураһында ҡарар ҡабул итә. Әлеге саҡырылышҡа килгәндә, ул 1 апрелдә башланды һәм 15 июлдә тамамланасаҡ.
Райондан 50-нән ашыу кешене РФ Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыу планлаштырыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, яңы хәрбиҙәр Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк, уларҙың барыһы ла эске округтарҙа хеҙмәт итәсәк-, тип белдерҙе Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби саҡырыу бүлегенең начальнигы Олег Кожевников.