

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы А.Аникинаның 2025 йылдың 25 майындағы бойороғона ярашлы, 2025 йылдың 26 майынан 15 июненә тиклем Әбйәлил урмансылығының Әбйәлил, Ҡырҙас, Күсем, Буранғол, Хәмит, Ҡаҙмаш участка урмансылыҡтары биләмәләрендә, Баймаҡ урмансылығының Баймаҡ, Этҡол, Крепостной, Сибай, Темәс, Юлыҡ участка урмансылыҡтары биләмәләрендә, Бөрйән урмансылығының Әсебар, Ағиҙел, Бетерә, Ғәҙелгәрәй, Түбәнге Ағиҙел, Нөгөш, Көньяҡ Үҙән участка урмансылыҡтары биләмәләрендә граждандарҙың урмандарға барыуы, шулай уҡ транспорт сараларының инеүе сикләнә.