Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Июнь 2025, 10:21

Уттан һаҡ булайыҡ

Районда “Торлаҡ” операцияһы сиктәрендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса профилактик рейдтар дауам итә. Күптән түгел Архангел ауыл биләмәһендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының өлкән инспекторҙары Ф.Р.Мәсәғүтов менән З.Ф.Йосопов, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгесе И.И.Әбдрәфиҡов һәм ауыл хакимиәттәре белгестәре менән берлектә ихата һайын йөрөп тикшереү сараларын үткәрҙе.

Уттан һаҡ булайыҡУттан һаҡ булайыҡ
Уттан һаҡ булайыҡ

Белгестәр күп балалы ғаиләләрҙе, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм алкоголь эсемлектәр ҡулланған граждандарҙы айырыуса күҙәтеүгә алып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса әңгәмә ҡорҙо, уларға махсус иҫкәртмәләр тапшырҙы һәм янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы тикшерҙе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас